Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Ҡыҙыл Байраҡ тапшырыуға 80 йыл тулды

1941 йылдың ноябрендә Башҡортостан хөкүмәте СССР-ҙың Оборона буйынса дәүләт комитетынан милли формированиелар ойошторорға рөхсәт һорай. Ыңғай яуап килгәс тә, Коммунистар партияһының өлкә комитеты һәм БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы махсус ҡарар сығара. Хужалыҡтарҙан 13 меңдән ашыу ат бүленә. Шәхси составҡа райондарҙан йыйылған ир-егеттәр алына. 1941 йылдың декабрендә Гвардия кавалерия корпусында хеҙмәт иткән полковник Миңлеғәли Шайморатов Өфөгә килә һәм дивизия командиры вазифаһында эш башлай. Тарихсы Фәрит Вәхитов:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

1942 йылдың 2 мартында Көньяҡ Урал хәрби округы комиссияһы 112-се атлылар дивизияһының әҙерлеген юғары баһалай һәм фронтҡа оҙатырға тигән ҡарарға килә. 22 мартта БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов яугирҙарға Башҡорт АССР-ы һәм Юғары Советтың байрағын тапшыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы шанлы ла, данлы ла юл үтә. Белоруссия, Украина, Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Легендар командир Миңлеғәли Шайморатовтың изге аманаты үтәлә. Атлылар Берлинға тиклем барып етә, Еңеү яҙын Германияла ҡаршылай. 4 меңгә яҡын һуғышсы орден-миҙалдар менән бүләкләнә. 78 һалдатҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 2020 йылдың 30 мартында ил Президенты Владимир Путиндың указы менән Миңлеғәли Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме тапшырылды.