Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров экспозиция тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. “Унда эшлекле мөхит, күтәренке кәйеф хөкөм һөрә. Ауыл эшсәндәре, етештереүселәр, машина эшләүселәр бер нимәгә ҡарамаҫтан импортты алмаштырыу менән шөғөлләнә”, - тип белдерҙе республика етәксеһе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров республика иҡтисадына Беларусь предприятиеларын йәлеп итеү мәсьәләһенә иғтибарҙы арттырырға ҡушты. Башҡортостанға Минскиҙан эшлекле делегация килде. Белорусь вәкилдәре иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға арналған сараларҙа, “бизнес бизнес өсөн” форматындағы һөйләшеүҙәрҙә һәм халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнаша. Ике төбәк компаниялары араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡарала.