«Арыҫлан Шафиҡов кеүектәрҙән ысын ирҙәр үҫеп сыға. Уға ни бары 13 йәш, Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан. 14 мартта күршеләренең мунсаһы һәм торлаҡ йортонда ут сыға. Малай юғалып ҡалмай, өлкән йәштәге күршеләренә тәҙрә аша сығырға ярҙам итә һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Афарин, хөрмәт итәм”,-тип яҙа республика етәксеһе.