Башҡортостанда 6 мең ярым баш малға иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексы эш башланы

Ауырғазы районында урынлашҡан предприятиеға Радий Хәбиров менән илдең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин старт бирҙе. Сара «Агрокопмлекс -2022» Халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә сиктәрендә үтте. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙренең иң абруйлы форумдарының береһенән БЮТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дәү тракторҙар араһында йөрөгән бәләкәй генә машина күргәҙмәгә килгән һәр кемде аптырашта ҡалдыра. Автомобиль үҙе уйынсыҡ булһа ла эсендәге программаһы ҡеүәтле комбайндар менән идара итә. Йәш фермерҙар уның ярҙамында үҙҙәре уйлап сығарған навигаторҙы күрһәтә. Машина бер ниндәй водителһеҙ ҙә алдан билдәләнгән маршруттан тайпылмайынса хәрәкәт итә.

Механизатор ул тиклем теүәллек , юғалтыуҙарһыҙ оҙаҡ ваҡыт  эшләй алмай. Әммә донъялағы билдәле навигаторҙар беҙҙең өсөн үтә лә ҡиммәт. Шуға үҙебеҙҙекен эшләргә булдыҡ. Һөҙөмтәлә башҡа аналогтарҙан күпкә теүәлерәк, төрлө илдәрҙең спутниктары менән элемтәгә ингән навигатор килеп сыҡты. ДжиПиЭс системаһы Рәсәйҙән китәм тип ҡурҡытҡан мәлдә, Глонаас һәм башҡа системалар менән эш итә алған программа булыуы импортҡа яҡшы алмаш.

Константин Кемаев, фермер

Тренд үҙебеҙҙә етештерелгәнгә. Алмас Дауытов та ауыл хужалығына үҙе эшләгән крематор тәҡдим итә. Малсылыҡ тармағында барлыҡҡа килгән проблемалар тап мобиль ҡоролмаларға ихтыяжды арттырҙы.  Крематор мал күмеү соҡорҙарынан айырмалы ҡурҡыныс сир һәм биологик ҡалдыҡтарҙы тулыһынса юҡҡа сығара.

Башҡортостан йүнселдәре 150 ауыл хужалығы техникаһы төрөн йыя. Быға тиклем үҙебеҙҙең техникаға иҫе китмәгән предприятиеларҙы ла санкциялар Ватан етештереүсеһенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә. Ярай ҙа был эште беҙҙекеләр ике меңенсе йылдарҙан алып башланы. Республиканың 56 предприятиеһы тап сит ил техникаһына запас частәр етештерә.

Техникаһыҙ ҡалмаясаҡбыҙ, тине Радий Хәбиров та. Республика етәксеһе яңы техника һатып алыуға артабан да дәүләт ярҙамы буласағын әйтте. Былтыр мәҫәлән, ауыл эшсәндәре сығымдары 1 миллиард 6 йөҙ миллион һумға субсидияланған. Ә һатып алынған техниканың дөйөм хаҡы 12 миллиард һумдан ашҡан. Ауыр иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы өлкәһендә кәйефтәр яҡшы, тине Радий Хәбиров.

Агрокомплекс күргәҙмәһендә үк Ауырғазы районында төҙөлгән ҡеүәтле һөтсөлөк предприятиеһына старт биреү ҙә ошоға асыҡ дәлил. Алты мең ярым баш малға иҫәпләнгән комплекс йылына 60 мең тонна һөт етештерәсәк. Тап ошондай предприятиелар ил иҡтисадының шаҡтай ҙур өлөшөн тулыландыра, тине Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин.

Андрей Разин әйтеүенсә, быйыл дәүләт ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән лимиттарға 25 миллиард һәм ҙур предприятиеларға 26 миллиард һум ярҙам йүнәлтәсәк. Һатып алынған техниканың шаҡтай ҙур өлөшөн субсидиялау мөмкинлеге бирелә.

Айнур Кәбиров