Үҙәк банк мәғлүмәттәренә ярашлы, февралдә Рәсәй халҡының банктарға һалынған аҡсаһы 1 триллион 200 миллиард һумға кәмегән. Һуңғы тапҡыр бындай юғары күрһәткес 2008 йылдың октябрендә донъялағы финанс көрсөккә бәйле теркәлгәйне.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРегулятор билдәләүенсә, илдең ҙур банкттарына ҡарата санкциялар шарттарында кире мәғлүмәт фоны була, һөҙөмтәлә һумдарҙа һәм валютала ҡағыҙ аҡсаға һорау ҡырҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта мартта вкладтар буйынса юғары ставка ҡуйылыуына бәйле, киҫкен хәл тотороҡланды.
Бөгөн Өфөлә Банк секторындағы үҙгәрештәргә бәйле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Осрашыуға саҡырылған белгестәр финанс ойошмаларҙың кредит сәйәсәте, процент ставкалары, көрсөккә ҡаршы яңы тәҡдимдәр тураһында фекер алышты. Тармаҡ үҫешенә ҡарата фараздарын да белдерҙе.
Гөлназ Хәйбуллина