Юғары уҡыу йорто студенттары Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов менән осрашты. Әңгәмә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡушыуы буйынса уҙғарылды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСтуденттар менән осрашыу өсөн Михаил Нестеров исемендәге музей майҙансығы юҡҡа ғына һайланмаған. Һәләтле рәссам үҙ иленең ысын патриоты булған. Федераль инспекторға Дәүләт идаралығы буйынса бәләкәй академия тыңлаусылары төрлө өлкәләргә ҡағылышылы һорауҙар бирҙе. Уларҙың күбеһе йәштәргә дәүләт кимәлендә ярҙам итеүгә ҡайтып ҡалды.
Осрашыуға килгән егет-ҡыҙҙар Волга буйы федераль округында үткәрелгән проекттарҙа һәм фестивалдәрҙә әүҙемлек күрһәтә. Ошо көндәрҙә «Интеллектуаль Олимпиада»ның төбәк этабы тамамланғайны. Унда республиканан мең ярымдан ашыу студент ҡатнашҡан, уларҙың 13-ө Башҡортостан данын округ кимәлендә яҡлаясаҡ.
Әлфинә Килдейәрова