Яҙғы каникул алдынан йәки иғтибар, балалар!

Өфөнөң 127-се мәктәбендә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы инспекторҙары профилактик сара ойошторҙо.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уның сиктәрендә юл ҡағиҙәләрен нығытыу, үтәү һәм белеү кимәлен тикшереү буйынса әңгәмәләр үтте. Бәләкәй синыфтарҙа юлда үҙеңде нисек тотоу , транспортта юл йөрөү ҡағиҙәләрен белеү кимәле тикшерелде.

Осрашыу һуңында малай-ҡыҙҙарға яҡтылыҡты ҡайтарыусы флаерҙар таратылды. Өлкән синыф уҡыусылары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары менән бергәләп «Иғтибар балалар!» акцияһында ҡатнашты. Үҫмерҙәр юл ҡағиҙәләре төшөрөлгән буклеттар таратышты, водителдәрҙе йәйәүлеләргә ҡарата  иғтибарлы, ә юл аша сығыусыларҙы тәртипле булырға өндәне.

«Иғтибар, балалар!» акцияһы республикала 22 марттан 8  апрелгә тиклем дауам итә. Йыл башынан ғына республика биләмәләрендә бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығында 43 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике баланың ғүмере өҙөлгән, 50-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Бөгөнгө акцияның маҡсаты - балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын һәм аварияларҙы кәметеү.

Гүзәл Борханова