Улар айыҡлыҡ бәйгеһендә икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Конкурс сиктәрендә урында «Ауылпиада» уҙҙы. Байрамды асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, район һәм ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМайҙанда уҡыусылар һәм ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында «Алға, Рәсәй!» флешмобы ойошторолдо. Мәҙәниәт йорто алдындағы күргәҙмәгә хужабикәләрҙең сағыу ҡул эштәре ҡуйылғайны. Йәрминкәлә ҡунаҡтар милли аш-һыуҙан ауыҙ итте.
Байрамда ҡатнашыусылар биатлон, ат сабыштары, хоккей, арҡан тартыу кеүек спорт бәйгеләрендә, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресендә көс һынашты. Байрам урындағы ижади коллективтарҙың йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Рәзилә Ғиниәтуллина