Өфөлә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара, Һәм «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурстарына йомғаҡ яһалды. «Торатау» Конгресс-холында уҙған тантанала төрлө район-ҡалаларҙан башланғыс класс, сит телдәр, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, рус, татар теле һәм әҙәбиәте һәм башҡа предмет уҡытыусылары ҡатнашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округы - Югра һәм Татарстан републикаһы вәкилдәре менән бергә барлығы 75 педагог һынау тотто. Быйыл бәйге 27-се тапҡыр ойошторолдо.
Конкурс һынауҙары буйынса абсолют еңеүсе исеменә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлия Смехова лайыҡ булды. Хәҙер педагог «Йыл уҡытыусыһы-2022» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡларға тейеш.
Иң яҡшы башҡорт теле һәм уҡытыусыһы тип Өфөнөң 107-се лицейынан Мирас Ишдәүләтовтов танылды. Ҡатнашыусыларға төрлө ведомстволарҙың махсус приздары тапшырылды. Республиканың Туған телдәр һәм әҙәбиәттәре уҡытыусылары ассоциацияһы бүләгенә Ейәнсура районы вәкиле Динә Янбаева лайыҡ булды.
Рәзилә Ғиниәтуллина