Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй һалдаттары хәрби хәрәкәттәр ветераны тип танылды

Бөгөн Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һалым ташламалары ҡаралған, транспорт, ер, торлаҡ буйынса социаль ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ коммуналь түләүҙең бер өлөшөн дәүләт ҡаплай. Рәсәй Украинала махсус хәрби  операцияны  24 февралдә  башланы.