1919 йылдың 23 мартында Башҡортостан автономияһы тураһында Өфө һәм Мәскәү араһындағы килешеү рәсми баҫтырыла. Башҡортостан Рәсәй составындағы беренсе автономиялы республика статусын ала. Стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре Закирйән Әминев, бөгөнгө датаның әһәмиәтеп билдәләп, һәр халыҡтың үҙбилдәләнешкә хоҡуҡлы булыуын онотмаҫҡа кәрәк тине.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡортостан хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Документ 23 мартта газеталарҙа баҫылып сыға һәм был дата Башҡортостандың тыуған көнө тип иғлан ителә.