Бүләкләнеүселәр 21 көн дауамында Донецк һәм Луганск ҡалаларында һөнәри бурысын үтәгән. Хәрбиҙәргә, урындағы халыҡҡа ярҙам күрһәтеүселәр араһында хирургтар һәм нейрохирургтар, шәфҡәт туташтары ла бар. Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы Руслан Гәрәев һигеҙ йыл дауамында атыш тауыштары, миналар шартлаған төбәктә йәшәүселәргә ярҙамға намыҫ ҡушыуы буйынса барған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨс аҙна буйы Донбасста һөнәри бурысын намыҫ менән үтәүселәргә «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Руслан Насретдинов рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бөгөн Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ярҙамға 8 медицина хеҙмәткәренән торған төркөм юллана.
Гүзәл Борханова