Балала һирәк осрай торған тире ауырыуы. Күп бала тәрбиәләгән Жуковтар ғаиләһенә ай һайын махсус майҙар, гель, лосьондар һатып алыу өсөн 30 мең һум аҡса тотонорға тура килә. Был хаҡта киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСнежана Жукованың тиреһе ҡоро, балыҡ тәңкәһенә оҡшап тора. Ҡыҙҙың тотош тәнендә тиерлек ҡыуаҡ-тәңкәләр. Ихтиоз өс айлыҡ сағында уҡ асыҡлана, әммә инвалидлыҡты ике йәшендә Мәскәү белгестәрендә тикшерелгәндән һуң ғына юллай алғандар.
Снежана буш ваҡытында һүрәт төшөрөргә әүәҫ, ихата алдында йорт хайуандары менән уйнарға ярата. Тоғро дуҫтарының иркәләүен айырыуса нескә тойомлай.Ҡыҙ башҡа тиҫтерҙәре кеүек ҡояшта йөрөй алмай, тәне бешеү ихтималлығы көслө. Һауа тынсыу булғанда тиреһе йыш ҡына ҡыҙара. Артыҡ хәрәкәтләнеп тирләгәндә яралар барлыҡҡа килеп әсетә башлай.
Снежана Жуковаға тиреһен нормала тотоү, ихтиоз еңелерәк үтһен, ауыр эҙемтәләр ҡалдырмаһын өсөн ГЕХТ косметикаһын һатып алыуға 120 мең һум күләмендә аҡса талап ителә.
Һеҙ экранда күргән 3443 һандарына ЛЕТИ ҡыҫҡа һүҙҙәрен йыйып СМС хәбәр ебәрә алаһығыҙ. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Гүзәл Борханова