Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләре буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе.

Ултырышта ҡулланыусылар, хеҙмәт баҙарындағы хәл, дарыуҙар, мәғариф учреждениеларын өҙлөкһөҙ йылы аш менән тәьмин итеү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Төп темаларҙың береһе – республикала аҙыү-түлек тауарҙары дефицитын тыуҙырмау.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, складтарҙа аҙыҡ-түлек запасы етерлек кимәлдә. Уның әйтеүенсә, сауҙа үҙәктәрен он, ярма һәм ит-һөт изделиелары менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр юҡ. Көн һайын кибеттәргә 550 тонна шәкәр оҙатыла һәм запас республикала йәшәүселәргә яңы уңышҡа тиклем етә. Республикала быйыл шәкәр сөгөлдөрөнә сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү планлаштырыла.

Шәкәргә ихтыяж һаҡланыуын иҫәпкә алып, быйыл беҙ сәсеүлек майҙандарын 45 мең гектарға тиклем арттырырға ҡарар иттек. Ул осраҡта беҙ республиканы йыл ярымлыҡ, йәғни 2023-2024 йылдарға шәкәр запасы менән тәьмин итәсәкбеҙ. Шулай уҡ ҡарабойҙайға бәйле проблема килеп тыуыуын күҙаллап, был культура майҙандарын да арттырырға булдыҡ.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры

Ултырышта Радий Хәбиров район-ҡалаларҙа ауыл хужалығы йәрминкәләрен даими үткәреү бурысын ҡуйҙы. Республика етәксеһе фекеренсә, бындай сауҙа һатып алыусыларға ла, аграрийҙар өсөн дә отошло. Сөнки тәүгеләре юғары сифатлы фермер тауарҙары һатып алыу мөмкинлегенә эйә булһа, ауыл эшсәндәре ҡулдарына «тере» аҡса ала. Былтыр республикала уҙғарылған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә сауҙа әйләнеше 20 процентҡа артҡан.

Гөлдәриә Йосопова