Һөҙөмтә булараҡ, Башҡортостан тәжрибәһе стратегик башланғыстар агентлығы конкурсы номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн илдең 63 субъектынан 532 ғариза ҡабул ителгән. Был турала бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика етәксеһе билдәләүенсә, мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты күтәрелеү менән бер рәттән, урындағы тауар етештереүселәрҙең продукциялары ла артҡан, был өлкәгә финас сығымдар йүнәлтеүсе инвесторҙар барлыҡҡа килгән.
«Беҙ мәктәптәрҙә туҡланыуҙы реформалаштырыуҙы башлап ҡына торғанда, мин уны Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе итеү бурысын ҡуйҙым. Эксперттарҙың юғары баһаһы бик ҡиммәтле. Әммә балалар һәм ата-әсәләр фекере тағы ла мөһимерәк. Социаль селтәрҙәрҙә туҡланыу сифатына бәйле зарланыусылар бер йыл эсендә ете тапҡырға кәмегән. Бер үк ваҡытта белем усаҡтарында ҡайнар аш менән тәьмин итеү арта, был – беҙҙең төп ҡаҙаныш», – тип билдәләгән Башҡортлостан башлығы.