Илдә яҙырға ла ҡағыҙ ҡалмаған

Халыҡ бәҙрәф ҡағыҙын күпләп алған арала илдә яҙырға ла ҡағыҙ ҡалманы. Ҡалғандары ла хәҙер ат хаҡына һатыла. Быға тиклем өс йөҙ һум торған А4 форматы ла ҡайһы бер кибеттәрҙә ике меңгә тиклем барып етә. Спекулянттар унан да арттырып ебәрә. Ярай ҙа был ҡағыҙҙарҙың хаҡлы ялдағыларға хәжәте юҡ. Юҡһа уға ла ,шәкәргә кеүек үк, штурм башланыр ине. Ысынында иһә, ҡағыҙға ҡытлыҡ нигеҙлеме, әллә ризыҡҡа дефицит шикелле яһалма тыуҙырыламы? Яуап сираттағы яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ойошманың хужалыҡ бүлегендә эшләүсе Руфинаның келәтендә иң ҡиммәтле тауар хәҙер аҡ ҡағыҙ. Офис ҡағыҙы бында компанияны йыл әйләнәһенә өҙлөкһөҙ тәьмин итерлек күләмдә алынған. Етәкселектең алдан күрә белеү һәләтеме, әллә осраҡлыҡмы, әммә быйыл улар отто ғына. Әммә запас булыуы ҡағыҙҙы йәнең теләгән күләмдә ҡулланырға ярай тигәнде аңлатмай, ти ул. Бер йыллыҡ күләмде хәҙер ике йылға еткереү бурысы ҡуйылған.

Уның ҡарауы, кибет кәштәләрендә офис ҡағыҙҙары бөтөнләй юҡ. Интернет сауҙа кңлектәрендә лә таҙа ҡағыҙ ҡиммәтле акциялар хаҡына һатыла. Нәшриәт компанияларына эшмәкәрлеген туҡтатыу ҡурҡынысы янай.

Ағартылған ҡағыҙ менән үҙебеҙҙең етештереүселәр ихтыяждың утыҙ процентын ғына ҡаплай ала. Ҡалғаны импорттан. Үтә лә йоҡа ҡағыҙ илдә бөтөнләй сығарылмай. Офсет ҡағыҙына килгәндә ул беҙҙә күп етештерелә. Хатта, экспортҡа ла китә ине. Тейешле химия булмағас ул да тотҡарлыҡтар менән эшләнә. Ошо ҡатмарлыҡтар хаҡ артыуына килтерҙе лә инде.

Олег Лищенко, «Белая река» нәшриәте генераль директоры

Белгестәр әйтеүенсә, ҡытлыҡ башлыса этикетка, йәбештерелә торған, үҙкүсермәле һәм картон ҡағыҙҙарға арта. Дефицит ябай ҡулланыусылар кеҫәһенә лә һуғыуы ихтимал. Сауҙа өлкәһе чек ҡағыҙҙары юғалыуына зарлана. Матбуғат өлкәһе лә әле ҡағыҙҙан тулыһынса арынмаған. Гәзиткә яҙылыу хаҡы ла артыуы мөмкин. Быға юл ҡуймау өсөн белгестәр әле үк хәстәрлек күрә башлаған.

Урман араһында йәшәп нишләп ҡағыҙ юҡ, тип зарлана халыҡ. Ҡағыҙ бар, әммә аҡ ҡағыҙға ҡытлыҡ, ти белгестәр. Ә ул сит илдә етештерелгән компоненттар менән ағартыла. Хәйер, хәҙерге офис ҡағыҙҙары урман менән бәйле лә түгел. Юғиһә, уға ла ағас менән бергә йыл ярым элек хаҡ артҡан булыр ине.

Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙә лә целлюлозаны ағартыу реагенттары етерлек. Шул уҡ хлор ҙа күп етештерелә. Ләкин һуңғы арала зыянынан ҡурҡып уны ҡулланыуҙан баш тарталар. Әгәр пероксид ҡулланалар икән бында инде күберәк импортҡа мөрәжәғәт итергә тура килә.

Валерий Майстренко, БДУ-ның аналитик химия кафедраһы мөдире, профессор

Тап импортҡа бәйлелек ошо хәлгә килтерҙе лә инде. Логистика юҡҡа сығыу менән ул киҫкенләште генә. Хәҙер властар был мәсьәләне Ҡытай ярҙамында хәл итергә иҫәп тота. Әммә көнсығыштан ағартыусы компоненттар ташыу ҡиммәткә төшә. Йәғни ҡағыҙ барлыҡҡа килһә лә, элекке хаҡ менән булмаясаҡ. Вашингтон төшөрөлгән аҡсаға байлыҡты һалғансы, аҡ ҡағыҙға һалһам отошлораҡ булыр ине, тип шаяртыуҙың да ысынбарлыҡҡа сыҡмағайы...

Айнур Кәбиров