Башҡортостанда һыу һәм ел нигеҙендә альтернатив энергия сығанаҡтарын үҫтереү планлаштырыла

Ҡояшҡа килгәндә, ҡеүәт етерлек. Алты электр станцияһы эшләй. Уларға өҫтәп, быйыл тағы ике инженер ҡоролма сафҡа инәсәк. Төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы тарафынан ҡуйылған бурыстар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йыл ярым элек Стәрлебаш районында Ҡояш электр станцияһы файҙаланыуға тапшырылғайны. Ошо ваҡыт эсендә меңдәрсә мегаватт-сәғәт энергия республиканың электр селтәрҙәренә ебәрелә. Етештереүсәнлек юғары булһын өсөн панелдәр ҡояш нурҙарына перпендикуляр ҡуйылған, 40 градус ауышлыҡта.

Альтернатив энергетика буйынса күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға өс миллиард дүрт йөҙ миллион һум аҡса йүнәлтелгәйне, егерме яңы эш урыны булдырыла.

Станцияның дөйөм майҙаны 52 гектар. Бында 72640 фотоэлектр модуль урынлашҡан.Уларҙың һәр береһе 395 ватҡа тиклем энергия етештерә. Кремний панелдәр һауа торошона ҡарап йылына. Әле уларҙың өҫтө утыҙ градус юғары температура тота. Бәрелгән ҡар шунда уҡ ирей.

Башҡортостанда алты ҡояш электр станцияһы эшләй. Стәрлебаш районындағыһы иң ҡеүәтлеһе һанала. Диспетчер үҙәге белгестәре махсус программа ярҙамында участкалағы барлыҡ күрһәткестәрҙе теркәп бара.

2020 йыл йомғаҡтарына ярашлы, республика ил кимәлендә ҡояш электр станциялары төҙөлөшө буйынса бишенсе урында ине. Быйыл Ағиҙел ҡалаһы һәм Баймаҡ районында ла яңы инженер ҡоролмалар сафҡа инәсәк. Шул уҡ ваҡытта белгестәр Бәләбәйҙәге бейеклектә елдән энергия ала башлау мөмкинлеген дә ҡарай. Әлегә бындай электр станция тик Туймазы районында ғына эшләй. Төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы тармаҡты үҫтергәндә төп баҫымды гидроэнергетика өлкәһенә лә йүнәлтергә ниәтләй.

Потенциальные энергетические ресурсы рек региона оцениваются в 7-11 млрд кВт•ч, а валовой гидропотенциал республики - более 2 ГВт. С этой точки зрения Башкортостан является перспективной территорией для сооружения малых ГЭС.Так, совместно с Минэнерго России прорабатывается возможность возобновить создание Нижне-Суянского гидроузла

Александр Шельдяев, Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры

Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенә гидроэнергетиканы үҫтереү буйынса проект офис булдырырға ҡушты. Ҡариҙел районында эштәрҙең тергеҙелеүе айырыуса машиналар төҙөлөшө предприятиеларында ыңғай сағыласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина