Бөгөн мохтаждарға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы теләктәшлек күрһәтте. 80 донор ҡан тапшырыу станцияһы банктарын тулыландырҙы. Ҡотҡарыусылар «Ғүмер бүләк ит» акцияһын Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышланы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика ҡан тапышырыу станцияһында көнөнә 150-ләп донор ҡан тапшыра. Ҡан һаҡлау банктары тулы булһа ла, һаҡлау ваҡыты аҙ булған плазма көн аралаш яңыртыу талап итә. Корпоратив донорлыҡ бер көн эсендә күпләп ҡан йыйыу мөмкинлеген бирә. Әле Башҡортостанда ун биш меңдән ашыу почетлы донор иҫәпләнә.
Флорида Ким