Бәйгелә баш ҡаланың төрлө мәктәп командалары ҡатнашты. Быйыл 20-се тапҡыр ойошторолған юбилей фестивале Рәсәй халыҡтары сәнғәте һәм мәҙәни мираҫ йылына арналды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡорт телен популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған отҡорҙар конкурсының ярымфиналында 14 мәктәп командаһы сығыш яһаны. Башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары командалары менән бер рәттән уҡытыу рус телендә алып барылған белем усаҡтары уҡыусылары ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте.
«Ғүмер ҡыҫҡа – үткәрмә бушҡа» девизы аҫтында үткән уйында Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының «Кендектәр» командаһы Гран-приға лайыҡ булды.
Рәзилә Ғиниәтуллина