Ҡариҙел ауылында Өфө йылғаһы аша машиналар йөрөшө туҡтатылды

Боҙ өҫтөнән юл ябылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, боҙ йоҡарған, шуға хәрәкәтте туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Башҡортостанда әле Иҫке Йәнйегет ауылы һәм Бөрө ҡалаһында - Ағиҙел, Николо-Березовка ауылында Кама йылғаһы аша боҙҙан машина менән сығырға мөмкин.