Радий Хәбиров Өфөләге “Полигон” фәнни-етештереү ойошмаһы тураһында яҙҙы

 Бында телекоммуникация ҡоромалдары сығарыла. Башҡортостан Башлығы яҙыуынса, импортҡа алмаш шарттарында Өфөлә етештерелгән әйберҙәр ихтыяж менән файҙалана. “Полигон”да сығарылған ҡорамалдар Ҡырым күперендә элемтә тәьмин итеүҙә, Арктикала нефть сығарыуҙа, Хәрби-диңгеҙ флоты караптарында, Рәсәй Ҡораллы көстәренең элемтә ғәскәрҙәрендә ҡулланыла. Хәҙерге ҡатмарлы ваҡытта үҙебеҙҙәге ойошмаларға бушап ҡалған урынды алыу өсөн яҡшы мөмкинлектәр барлыҡҡа килде, тип яҙа Радий Хәбиров.