Һөнәри байрамдары алдынан 70 хеҙмәткәр дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Уны Республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов тапшырҙы. 9 кеше Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алды. Улар араһында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Юнир Ғәйнуллин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт22 мәҙәниәт хеҙмәткәре Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды. Араларында билдәле йырсы Рәдиф Зарипов бар. “Ижадыма башланғыс биргән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен”, - тине ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө 25 мартта билдәләнә. Ошо көндәрҙә Өфөлә “Артылыш” театрҙар фестивале уҙа, иртәгә АРТ-Ҡоролтай мәҙәни форумы ойошторола.