Башҡортостан һәм Ырымбур ауылдары дуҫлаша

Ауылдар дуҫлаша. Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Ырымбур өлкәһе Сембер ауылында осрашыу үткәргән. Уның барышында һәүәҫкәр артистар сығыш яһаған. Кәсепселәр ырымбурҙар өсөн  оҫталыҡ дәрестәре ойошторған. “Сембер ауылы уңғандарын кейеҙ баҫырға өйрәттем”, - ти Баныу Мөхәммәтова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Дуҫлыҡ күперҙәре өҙөлмәһен. Хәҙер йышыраҡ осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ”, - ти Ырымбур өлкәһендә йәшәгән Айгөл Саматова һәм  Рәшиҙә Дүсмөхәмәтова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сембер ауылында йәшәүселәргә башҡортса китаптар ҙа тапшырылған.