Башҡортостанда “Агрокластар” ойошторола

Агросәнәғәт форумы барышында Ауыл хужалығы һәм Мәғариф министрлыҡтары араһында килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, аграр йүнәлешле урта уҡыу йорттарында мәктәп уҡыусылары өсөн дәрестәр үткәрелә. Егеттәр һәм ҡыҙҙар ауыл хужалығы өлкәһендәге һөнәрҙәр менән яҡындан таныша ала. “Агрокластар” тармаҡта кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итергә тейеш, тип белдерәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.