Башҡортостан журналистарының материалдарын бер аҙнала 90 миллиондан ашыу кеше ҡараған

Был – Бөтә донъя фольклориада тарихында үҙенсәлекле рекорд. Был турала ведомствоның коллегия ултырышында республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралы өсөн үткән йыл ҙур һынау мәле булды. Бөтә донъя күҙәткән фольклориада, ворлдскиллс , спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты һәм башҡа күләмле сараларҙы яҡтыртыу, башҡа сығанаҡтарға таратыу тап республика журналистарына йөкмәтелде. Һәм быларҙың барыһы ла ҡаты пандемия шарттарында башҡарылды.

Хәбәрселәр был эште еренә еткереп башҡарҙы. Сит илдәрҙә Башҡортостан абруйы бермә-бер артты. Киләһе йылдарға ошо темпты һаҡлап ҡалыу һәм ауыр иҡтисади шарттарҙа һәр хеҙмәткәрҙе, эш урынын һаҡлап ҡалыу тәүмаҡсат, тине ведомство етәксеһе.

Төп актив – ул беҙҙең хеҙмәткәрҙәр. Тармаҡта ике мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Тәү маҡсат – тап уларҙың мәнфәғәтен һәм хоҡуҡтарын яҡлау. Әлбиттә, яңы мәсьәләләр ҙә ҡалҡып сыға. Хәҙер беҙгә матбуғат өсөн кәрәк-яраҡтар, полиграфия ҡорамалдары, ҡағыҙ менән тәьмин итеү проблемаларын хәл итергә кәрәк.

Максим Ульчев, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе

Айнур Кәбиров