«Агростартап» грантына документтар ҡабул ителә

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы «Агростартап» грантына документтар ҡабул итә. Быйыл республикала проектты тормошҡа ашырыу өсөн 125 миллион ярым һум аҡса бүленгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси хужалыҡтар башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты нигеҙендә һуңғы өс йылда ғына 232 яңы фермер хужалығы булдырылған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ведомство быйыл конкурс ҡатнашыусыларының күп буласағын күҙаллай, шуға ла һайлап алыу ҙа еңел бирелмәҫ тип көтөлә. Грантҡа бер-нисә йылға торошло проект-пландарына өҫтөнлөк биреләсәк. Документтар 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Азат Ғәлиуллин