Баш ҡалала «Агрокомплекс 2022» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә дауам итә

Унда Рәсәй һәм Белорусияның өс йөҙҙән ашыу предприятиеһы үҙ продукцияһы, ауыл хужалығы техникаһы менән таныштыра. Майҙансыҡ шулай уҡ агросәнәғәт комплексы өсөн абруйлы фекер алышыу үҙәге лә булып тора.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл форумда өлкәндәр менән бергә йәш уйлап табыусылар ҙа ҡатнашты. Шул иҫәптән күбеһе Бөтә Рәсәй ауыл мәктәптәре уҡыусылары араһында уҙғарылған АгроНТИ конкурсы еңеүселәре. Уларҙы төбәк башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләне.

Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан  килгән Ирхан Үтәбаев күргәҙмәгә үҙе эшләгән автоматлаштырылған инкубаторын алып килгән. Ҡул аҫтындағы материалдарҙан эшләнгән ҡоролма ярҙамында ул бизнес башлап та ебәргән.

Айнур Кәбиров