Башҡортостанда яҙғы саҡырылышҡа әҙерлек дауам итә

Өфөлә уҙған оператив кәңәшмәлә быйылға маҡсаттар барланды, уҙған йылға йомғаҡ яһалды. Былтыр республиканан хәрби хеҙмәткә 9 меңдән ашыу егет оҙатылған. Саҡырылыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан хәрби комиссариаты Үҙәк хәрби округында иң яҡшыһы тип танылған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Кәңәшмәлә кампанияны юғары кимәлдә ойоштороуға күп көс һалыусылар Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән билдәләнде. Республикала хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың 80 проценты 20 һәм унан да өлкәнерәк йәштәге егеттәргә тура килә. Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш ваҡыты 1 апрелдән 15 июгә тиклем дауам итә.

Башҡортостанда хәрби саҡырылыш тейешенсә кимәлдә ойошторолдо. Хәрби хеҙмәттән баш тартыусылар булманы. Егеттәр араһында йоғошло сирҙәр таралған осраҡтар теркәлмәне. Хәрби пункттарҙа хәүефһеҙлек талаптарына төплө иғтибар бүленде.

Михаил Блажевич, Башҡортостан хәрби комиссары

Флорида Ким