Өфөлә Рәми Ғариповтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына - 90 йыл. Рәми Ғарипов – Өфөләге 9-сы балалар йорто һәм 1-се башҡорт мәктәп-интернаты һәм бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге Башҡортостан республикаһы гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусыһы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ошо көндәрҙә шағир исемен йөрөткән гимназия -интернатта хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Һүҙ коллегабыҙ – Дилара Зариповаға.

Халыҡ шағирының ижады туған телде, ерҙе, динде, тарихты, моңдо, кеше шәхесен яратырға, яҡларға өйрәтә. Рәмиҙең шиғырҙары уҡтай атылып, йыһанға ынтыла. Уның артынан бихисап йәштәрҙең уй-фекерҙәре, әҫәрҙәре, йырҙары, фәнни асыштары донъя күрә. Шуға ла бөгөн шәхестең аманатына һәр быуын вәкиле тоғролоҡ һаҡлай.

Рәми Ғарипов мәктәп -интернатта уҡығанда уҡ көндәлектәр яҙа һәм ғүмеренең ахырына тиклем дауам итә.Хәтер кисәһенең төп маҡсаты ла Рәми ижадына йәш быуындың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар, Ишембай, Салауат, Дыуан районы вәкилдәре   килде. Арҙаҡлы шәхестең ижадын өйрәнеүҙә һәм исемен мәңгеләштереүҙә ҙур өлөш индереүсе алты кешегә “Рәми Ғарипов исемендәге премия”һы тапшырылды.

Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында хәтер һәм хөрмәт усағы яна. Унан урғылған мөхәббәт һәм фиҙакәр илһөйәрлек, ижад рухын гимназистар һәм педагогия коллективы бөтә Башҡортостанға тарата.

 Дилара Зарипова