Уларҙы сит илдәге тотҡондан ҡотҡарыу өсөн республика башлығы махсус сәфәр ойошторорға ҡушҡайны. Ҡыҙыл диңгеҙ ярҙарына ҡышҡы ялға юлланған ватандаштарыбыҙ геосәйәси хәл ҡатмарлашыу һәм тура авиабәйләнеш өҙөлөү сәбәпле, был илдә тороп ҡалды. Уларҙың ҡайһы берҙәре февраль аҙағында уҡ Башҡортостанға ҡайтып етергә тейеш ине.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыл юлы Мысырҙан 46 Башҡортостан турисы сығарылды. Улар Хурганадана Ҡаһирәгә автобуста сәфәр ҡылғандан һуң Дағстандың баш ҡалаһы Махачкалаға осто, артабан Мәскәүҙең Домодедов аэропортына юл тотто. Унан инде Өфө рейсы.
24 февралдән республикаға 3 меңдән ашыу турист ҡайтарылған. Мысырҙа оҙайлы сәфәрҙән ҡайтып еткән туристар Башҡортостан етәкселегенә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.