Өфөлә ойошторолған матбуғат конференцияһында көрсөккә ҡаршы күрелгән саралар менән таныштырҙылар.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХәбәрселәрҙең һорауҙарына Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Күп функциялы үҙәк һәм «Рәсәй терәге» ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәкселеге яуап бирҙе. Спикерҙар билдәләүенсә, бөгөн йүнселдәр бизнестарының киләсәге өсөн борсола.
Ҡатмарлы осорҙа уларҙың күбеһе үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәргә мәжбүр. Шуға ла иҡтисадҡа ярҙам итеү өлкәһендәге яңылыҡтарҙы, МФЦ офистарында эшҡыуарлыҡ субъекттарына күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе барыһы ла белеп еткермәй.
Пандемия осоронан айырмалы был юлы бизнесҡа ҙур кәртәләр ҡуйылмай. Шулай ҙа эшҡыуарҙарға бөлгөнлөккә төшмәҫ өсөн уңайлы шарттарҙа кредит, йә булмаһа кредит каникулы талап ителә. Ошо маҡсатта бөгөн күп функциялы үҙәктәрҙә дәүләт ярҙамы менән таныштырыу буйынса хеҙмәт ойошторолған. Консультацияларҙы шәхсән офисҡа килеп тә, телефон йәки рәсми сайт аша ла алырға мөмкин.
Илдар Байбулатов