Бөгөн Өфөлә “АРТ-ҠОРОЛТАЙ” мәҙәниәт форумы үтә. Ул “Торатау” Конгресс-холында бара. Көнүҙәк һорауҙар буйынса фекер алышыу бер нисә майҙансыҡта ойошторолған. Милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә проекттарҙы хуплау мәсьәләләренә арналған ултырышты Тарихи, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина етәкләй. “Илебеҙҙең төрлө ҡала һәм өлкәләренән дә белгестәр килде. Улар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү үтә лә мөһим. Бындай аралашыу ыңғай һөҙөмтә бирә”, - ти ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“АРТ-ҠОРОЛТАЙ” мәҙәниәт форумы барышында күргәҙмәләр ойошторолған. Республика Милли музейында “Алтын кеше” тип аталған экспозиция асылды. Был турала киләһе сығарылыштарҙа һөйләрбеҙ.