Бөгөн Өфөлә үткән “АРТ-ҠОРОЛТАЙ” форумы барышында Башҡортостан Башлығы буласаҡ бина менән таныштырҙы. Китапхана аҡ тирмә рәүешендә һалына. “Ул белем алыу үҙәге буласаҡ”, - тине Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕвразия китапханаһы боронғолоҡто бөгөнгө менән тоташтырыу урыны буласаҡ, тигән фекерҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСәйәхәтселәр үҙенсәлекле архитектуралы биналарҙы ҡарау өсөн алыҫ саҡрымдар үтә. “Тирмә рәүешендәге бина бөтә донъяла танылыу яулар”, - тип иҫәпләйРәсәй туризм индустрияһы берлегенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Кинйә Күскилдин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән һәр объекттың амбассадоры була. Башҡортостан Башлығы Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримова, танылған опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов һәм Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Шамил Вәлиевҡа Евразия китапханаһы брендын танытыусы булырға тәҡдим итте.