Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды. “Ауыл халҡы был ваҡиғаны оҙаҡ көттө. Иҫке бинала тейешле шарттар булманы. Заманса йыһазландырылған, бар уңайлыҡтары булған яңы медицина пунктын асылыу беҙҙең өсөн оло шатлыҡ”, - ти Ҡолсора ауылы биләмәһе башлығы Ришат Ишмырҙин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМодулле бина “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы төҙөлгән. Беренсе звеноны яңыртыу программаһы буйынса, Башҡортостанға 2025 йылға тиклем федераль ҡаҙнанан 18 миллиард һум аҡса бүленә.