Сарала Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Дәүләт Думаһының сәләмәтлекте һаҡлау комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов ҡатнашты. Клиник-дагностик инфекция үҙәге төҙөлөшө былтыр декабрҙә башланды. Бының өсөн 1 миллиард 800 миллион һум бүленде. Госпиталдә республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары халҡы хеҙмәтләндерелә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, яҡын арала 5-се клиник-дагностик инфекция үҙәген төҙөү ҡарала.