Башҡортостанда айнытҡыстар эшен ҡайтанан тергеҙеү мөмкинлеге ҡарала

Башҡортостан парламентында әле ошо туралағы законға төҙәтмәләр әҙерләнә. Илдә йылына иҫерек килеш 50 мең самаһы кешенең ғүмере өҙөлә, уларҙың яҡынса 10 меңе ҡыш көнө урамда туңыусылар.

Айнытҡыстар эшләгән осрата был ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге булыр ине, тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәте координаторы Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Халыҡта кире ҡараш булдырмау өсөн төптән яңы йүнәлеш һайланыҡ. Айнытҡыстар бюджеттан финансланған дәүләт йәки муниципаль учреждениелары буласаҡ. Бындай ҡараш тәү сиратта кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу бурысын ҡуя. Хеҙмәткәрҙәр ҙә айнытҡысҡа эләгеүсене талап ҡалыу түгел, ә уға ярҙам күрһәтеү маҡсатында эшләр тип ышанам.

Рөстәм Ишмөхәмәтов. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары