Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә эш

Башҡортостанда инвалидтарҙы эшкә алыуҙы субсидиялаған республика проекты уңышлы эшләә. Уның сиктәрендә урындағы мәшғүллек үҙәктәре төрлө сәнәғәт һәм башҡа ойошмалар менән берлектә мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса системалы эш алып бара. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Евгений Мардань «Өфө гипс компанияһы»нда беренсе йыл эшләй. Ирҙең һаулыҡ мөмкинлектәре сикле. Ойошмала ул гипс онтау бүлегендә оператор хеҙмәтен үтәй. Операторҙың уңайлығы өсөн эш бүлмәһендә кондиционер, һыуытҡыс, компьютер ҡуйылған.

Минең бурысым - бүлектәге ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн көйләү. Был бүлектә ҡырсынташ эшкәртелә, гипс яндырыла. Әҙер продукттың сифатын тикшереп торабыҙ. Эш шарттары менән ризамын, яҡты һәм йылы. Эш хаҡы ла яҡшы.

Евгений Мардань, «Өфө гипс компанияһы» операторы

Евгений өсөн өҫтәмә эш урынын булдырыу һәм субсидиялау Республика Хөкүмәте ҡарары һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Өфө гипс компанияһы һәм ҡала мәшғүллек үҙәгенең уңышлы хеҙмәттәшлеге нигеҙендә 25 кешегә эш урыны барлыҡҡа килгән. Уларҙың бишәүһенең һаулыҡ мөмкинлектәре сикле.

Эшкә ҡабул ителеүсе һаулыҡ мөмкинлектәре сикле хеҙмәткәрҙәр предприятиеларҙың төрлө участкаларында эшләй. Башлыса етештереү линияларындағы технология персоналы. Ойошма хеҙмәткәрҙәр менән 80 процентҡа тәьмин ителгән. Вакансиялар бар, мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе эшкә алырға әҙербеҙ.

Игорь Сандулов, «Өфө гипс компанияһы» директоры урынбаҫары

Өфө халыҡ мәшғүллеге үҙәге һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн төрлө саралар күрә. Бөгөн вакансиялар йәрминкәһендә инвалидтар өсөн 30-ҙан ашыу эш урыны тәҡдим ителде. Эш эҙләүселәр китапханасы, урам һепереүсе, ашнаҡсы, машинист кеүек вакансиялар һайлап ала алды.

Рәзилә Ғиниәтуллина