Педагогтар спартакиадаһы ике йөҙләгән уҡытыусыны бер майҙанға йыйҙы. Ярыш барышын урындағы телевидениеның ижади төркөмө күҙәтте.
Хәрәкәттә бәрәкәт. Уҡытыусылар спорт менән һәр саҡ дуҫ.Район спартакиадаһында ҡатнашыусыларҙың күп булыуы быға дәлил. Саңғыла ҡатын-ҡыҙҙар ике, ә ир-егеттәр өс саҡрым арауыҡҡа уҙышты.Ғүмәр ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миңзәлә Үҙәнбаева был спорт төрөндә яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Темәс ауылы зонаһы волейболсылары ике йыл элек спартакиадала чемпион исемен яуланылар.Был юлы ла һынатмаҫҡа тигән ышаныс менән ярышҡа килделәр.
Һуңғы ике йылда кискектерелеп килгән спартакиада быйыл ,,Берҙәмлектә көс,,лозунгыһы аҫтында үтте.Өҫтәл теннисы, шахмат,йөҙөү, саңғыла уҙышыу,волейбол буйынса ярыштарҙа мәктәптәр алты зонаға бүленеп ҡатнашты.
Педагогтар араһында спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү,сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау булып торған был сарала беренсе урынға Баймаҡ зонаһы икенсе урынға Иҫке Сибай, өсөнсө урынға Ниғәмәт зонаһы лайыҡ булды.