Шанлы быуаттың тере шаһиты...

Саҡмағош ауылынан Мөзәйнә Әминеваға 100 йәш тулды. Уның йәш сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Мөзәйнә Ғарип ҡыҙы бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған. Бер быуатлыҡ юбиляр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.

Ул илле йылға яҡын башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында махсус курстарҙы тамамлай һәм ауыл мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Педагог, комсорг, ауыл халҡы өсөн хат һәм мөрәжәғәттәр яҙыусы ла була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ирҙәр фронтҡа киткәс, колхоз идараһында ла эшләргә тура килә.

Уҡытыусы һуғыш йылдарында ауыл халҡының рухын күтәреүсе булды. Ил күргәнде күрҙек, ти Мөзәйнә Ғарип ҡыҙы. Ауылдаштары менән бергә ул ла аслыҡ, яланғаслыҡ, михнәттәрен татый. Ҡатын-ҡыҙ иңе күтәрә алмаҫлыҡ ауыр эштәрҙе лә башҡара.

Ул һуғыштан һуң, 1948 йылда Саҡмағош егете Сәлихйән Әминевҡа кейәүгә сыға. Мөзәйнәнең ата-әсәһе никахҡа ҡаршы булғас, фронтовик егет һөйгәнен урлап алып ҡайта. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып 4 бала донъяға ауаз һала

Бер быуатлыҡ ғүмер кисергән Мөзәйнә Ғарип ҡыҙы бәхет хаҡын яҡшы белә. Тормошто яратыу, кешеләрҙе рәнйетмәү, һынауҙарҙы лайыҡлы үтеү мөһим, ти ағинәй.

Мөзәйнә Әминева – күптәрҙең беренсе уҡытыусыһы. Улар белем донъяһына ишек асҡан остаздарын онотмай. Үҙҙәренең сәсенә сал төшкән балалар 100 йәшлек уҡытыусыларының хәлен белешеп тора.

Мөзәйнә Әминева хаҡлы ялға сыҡҡас бәлеш бешереү менән шөғөлләнә. Әлегә тиклем баҡсаһында гөлдәр үҫтерә. Йәшәү көсө, рухи ныҡлығы, тормош һөйөүсәнлеге менән замандаштарыбыҙға үрнәк күрһәтә.

Рафиҡ Әхмәтшин