Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында ла ата-әсәләр өсөн имтихан көнө ойошторолдо. Өлкән синыфта уҡыусы үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре Берҙәм имтихан процедураһы үтәлеше менән яҡындан танышып, педагогтар менән аралашты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Барыһы ла ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырылған. Имтиханға тик паспорт, ручка алып, металл эҙләү ҡоролмаһы аша үтәһең. Беренсе ҡыңғырауҙан һуң ҡатнашыусылар ҡағиҙәләр менән таныша, принтерҙан контроль-үлсәү материалдары сығарыла. Имтихан тапшырыусы ата-әсәләр араһында бөгөн журналистар ҙа күп ине. Уларҙың ул-ҡыҙҙары быйыл 11-се синыфты тамамлай.
Ғөмүмән, Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты йылдағыса Берҙәм дәүләт иматихандарын тапшырыуҙа юғары һөҙөмтә күрһәтә. Белем усағын тамамлаусы балалар башлыса һынлы сәнғәт юлына бәйле уҡыу йорттарын һайлай.
Бөтә Рәсәй акцияһында Башҡортостан йыл һайын ҡатнаша. Быйыл ата-әсәләр өсөн имтимхан алтынсы тапҡыр ойошторолдо. Сығарылыш синыф уҡыусыларына Мәғарифты үҫтереү институтының рәсми сайтында консультациялар үткәреләсәк. Улар төрлө фәндәр буйынса уҙа. Ойоштороусылар билдәләүенсә, имтиханға әҙерләнгән саҡта иң мөһиме: үҙ көсөңә ышаныу һәм ҡаушап ҡалмау.
Азат Ғәлиуллин