«Нур» театрында яңы премьера

«Нур» Өфө дәүләт татар театрында Александр Островскийҙың «Һуң килгән мөхәббәт» спектакленең премьераһы үтте. Пьесаның сәхнәләге тарихы бай. Оҙаҡ йылдар дауамында ул илдең төрлө театрҙарында сәхнәләштерелә, 1983 йылда фильм да төшөрөлә.

«Нур» театры коллективы Осровскийҙың ижадына тәүгә генә мөрәжәғәт итмәй. 2009 йылда «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» әҫәре ҡуйыла. «Һуң килгән мөхәббәт» спектаклен сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Илдар Вәлиев сығара. Сәхнә әҫәрен музыкаль яҡтан да үҙе биҙәй. Пьесаны татарсаға Гөлнур Усманова тәржемә иткән.

Әҫәрҙә тормош-көнкүреш ваҡиғалары һәм мөхәббәт тарихы һүрәтләнә. Спекталде сәхнәгә сығарыу өсөн ай ярым ваҡыт талап ителгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сағыу костюмдар тегелгән, декорациялар әҙерләнгән. Александр Островскийҙың «Һуң килгән мөхәббәт» спектакле классиктың 200-йыллыҡ юбилейына арналған.

Әлфинә Килдейәрова