Шишмә районының Йәрми ауылы таланттары Театр көнөнә яҡташтары иғтибарына яңы спектакль тәҡдим итә

Медицина, төҙөлөш, сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, хаҡлы ялдағылар сәхнәлә ысын мәғәнәһендә актерҙарға әйләнә. «Етегән шишмә» фольклор коллективы ағзалары үҙҙәренең буш ваҡытын ижадҡа арнай.

Сәхнә әҫәрен бергәләп уҡыу, ролдәр бүлешеү, репетицияларға йөрөүҙән илһам алып йәшәй ауыл халҡы. Үҙешмәкәр артистар спектакль өсөн костюмдарҙы урындағы музейҙан алған. бер өлөшөн үҙҙәре лә теккән. Туфан Миңнуллиндың «Әлдермештән Әлмәндәр» пьесаһы коллективтың репертуарындағы өсөнсө спектакль.

Рәмилә Исмәғилева