Кушнаренко үҙәк район китапханаһында ошондай атамалы китап менән танштырыу сараһы булды. Уның авторҙары: Башҡортостан телевидениеһы ветерандары Хәлисә һәм Марсэн Мөхәмәҙиевтар. Йыйынтыҡта республика телевидениеһы тарихын һүрәтләгән яҙмалар һәм фоторәсемдәр баҫылған. Авторҙар сарала ҡатнашыусыларға телеоператор һәм тележурналист һөнәре хаҡында һөйләне. “Беҙҙең менән осрашыуға килгән кешеләр телевидение тормошо менән ныҡ ҡыҙыҡһыныусан булып сыҡты. Улар араһында беҙ әҙерләгән тапшырыуҙарҙы ла ҡараусыларҙың булыуы шатландыра”, - ти Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Хәлисә Мөхәмәҙиева:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХәлисә һәм Марсэн Мөхәмәҙиевтар 30 йылға яҡын ғүмерен Башҡортостан телевидениеһына бағышлаған. Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы 20 йыл самаһы “Райхан” тапшырыуын алып барҙы.