Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгесе Гөлсиә Вәлиева ошо турала белдерҙе. “Март һалҡын торҙо, ҡар күпләп иремәне. Ер туң түгел, һыу әкренләп һеңә барыр тип күҙаллайбыҙ”, - тине ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала иң тәүҙә ялан йылғалары таша башлай. Белгестәр әйтеүенсә, апрель аҙағында, май башында тау йылғалары асыла. Быйыл Башҡортостанда 54 гидропост ҡуйылған. Былтыр улар 44 ине. Халыҡ йылғала һыу кимәле артыуын онлайн күҙәтә ала. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға була. Берҙәм ҡотҡарыу телефоны: 112.