Медицина хеҙмәткәрҙәре хәрби операция барышында яраланған һалдаттарға һәм Украина ҡораллы көстәренең һөжүменән зыян күргән урындағы халыҡҡа ярҙам күрһәтте.
Республика йортонда күрергә күнегелгән аҙналыҡ оперативка бөгөн республика менән идара итеү үҙәгендә үтте. Яңы бинала көндәлек мәшәҡәттәрҙе һәм проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән кәңәшмә нинәйҙер тантаналы төҫ алды. Хәйер, бөгөн был күренеш аҡлана. Радий Хәбиров көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләрҙе күтәрер алдынан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында эшләгән Башҡортостан табиптарын дәүләт наградалары менән бүләкләне.
Төбәк башлығы шулай уҡ гуманитар ярҙамды оҙатып йөрөүселәргә Луганск халыҡ республикаһының наградаларын тапшырҙы. Башҡортостан етәксеһе туғандаш Донецк һәм Луганск өлкәләренә артабан да хәлдән килгәнсә ярҙам итәсәген белдерҙе. Төбәктә бының өсөн мөмкинлектәр бар. Республика быйыл сәсеүлек майҙандарын да бермә-бер арттыра. Яҙғы баҫыу эштәрен аграрийҙар 15 апрелдә башларға иҫәп тота. Быйылғы ихтыяжды иҫәпкә алып шәкәр сөгөлдөрөн генә ун мең гектарға тиклем күберәк сәсеү ҡарала.
Ауыл хужалығы аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү генә түгел, туризм өсөн дә ҡыҙыҡлы тармаҡҡа әйләнергә тейеш. Быйыл Башҡортостанға , ил сиктәре ябылыу сәбәпле, бығаса булмаған күләмдә туристар килеүе көтөлә.
Оператив кәңәшмәлә быйыл көтөлгән ташҡын мәсьәләһе лә ҡаралды. Йылғалар ҡарҙан башҡа йылдар менән сағыштырғанда, 1-2 көнгә һуңыраҡ әрселә башлай, ти фаразлай белгестәр. Ҙур һыу көтөлмәй, әммә айырым урындарҙа йылғаларҙың ярҙан сығыуы ихтимал. Шуға күрә мөмкин тиклем һәр төрлө сценарийға ла әҙер булырға кәрәк , тине Радий Хәбиров.
Белгестәй әйтеүенсә, 25 муниципаль берәмектә 57 урында боҙ тығындары барлыҡҡа килеү хәүефе бар. Ҡотҡарыусылар был хәлде иҫкәртеү маҡсатында боҙҙо ҡарайтыу, бысыу эштәре башҡарған. Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, 85 мең кеше һыйҙырышлы 440 ваҡытлыса йәшәү урыны булдырылған.
Айнур Кәбиров