Республикала ревакцинация эшләтеүселәр 400 меңдән артты

Организмда оҙайлы иммунитет булдырыу өсөн вакцинаны йәшәгән урын буйынса яһатырға мөмкин. Ревакцинация үтеү тәүге прививка ҡаҙатыуҙан айырылмай: пациент тәү сиратта терапевт тикшереүе үтә, кәрәкле документтарҙы тултыра.

Уҙған тәүлектә коронавирус диагнозы 553 кешегә ҡуйылған. Әле стационарҙарҙа 135 пациент дауалана, уларҙың 89-ы 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 19 кешенең берәүһе ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 12 026 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә сирҙән 1 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан, 4 кеше вафат булған.

Төбәктә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөнгә республикала 2 484 667 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка яһатырға теләк белдереп 7 884 кеше мөрәжәғәт иткән.