Көкөрт нигеҙендә ашлама. Уңышты ғына түгел, ә игендәге аҡһымды ла арттыра. Әлеге ваҡытта Башҡортостан химиктары 15 йыл элек уйлап табылған препаратты ҡулланыуға рәсми рөхсәт ҡағыҙҙары көтә. Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары уйлап тапҡан ашлама Болгария, Төркиәлә уңышлы һынау үткән. Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа был химик ашламаны етештереү мөһим. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Тап ошо лабораторияла Сульфитек-агро ашламаһын зшләү процессы башлана. Химик реакция ярҙамында элементтарҙан көкөрт алына. Тап көкөрт ауыл хужалығында ҡулланылған яңы ашламаның нигеҙен тәшкил итә лә инде.
Химия факультеты студенттары агрохимияны юҡҡа ғына һайламай. Сөнки был өлкәлә уйлап табылған ашламалар Болгария һәм Төркиә аграрийҙарында уңышлы һынау үткән. Яҡын киләсәктә препарат илебеҙҙә импорт тауарҙарын алмаштырыр тип күҙаллана.
Был ашламаны япраҡтарға һипкәндә үҫешкә ыңғай йоғонтоһо ҙур, аҡһымды көсәйтә, иген культураларының уңышын 8-10 процентҡа күтәрә. 2 литр агрохимикат менән бер гектар майҙанды эшкәртергә мөмкин, ти, белгестәр.
Агровит НС йәки икенсе исеме Сульфитек-Агро - беҙҙең төбәк өсөн яңы препарат. Әммә ул 15 йыл элек БДУ-ның химия факультеты профессоры Исмаил Мәсәлимов тарафынан уйлап табылған. Көкөрт нигеҙендәге был ашлама үҫемлектәрҙе үҫеш стадияһында ауырыуҙарҙан һаҡлау мөмкинлеге бирә. Был химик ашламаны япраҡтарға һиптереү иң отошлоһо. Тап ошо ысулды ҡулланыу азот, калий кеүек ашламаларҙы 90 процент үҙләштерергә ярҙам итә,ти, ғалим.
Көкөрт нигеҙендәге ашламала үҙебеҙҙә етештерелгән сеймал ҡулланыла. Хәҙерге иҡдисади шарттарҙа был бик отошло. Тиҙҙән Өфө ғалимдары уйлап тапҡан химик ашламаны илебеҙ аграрийҙары ныҡлап баҫыуҙарға индерә башлаясаҡ. Әлеге мәлдә Сульфитек-Агро препараты Рәсәй ауыл хужалығы министрлығында дәүләт теркәүе үтә.
Гүзәл Борханова