Өфөлә көн һайын тиҫтәләгән берәҙәк этте аулайҙар

Белгестәр айырыуса уларҙың яҙғыһын артыуын билдәләй. Дим районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре рейд ойоштороп, берәҙәктәр эйәләгән урындарҙы асыҡлай, иҫкәртеүсе иғландар йәбештерә. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Йоҡлатҡыс дарыу дротик ярҙамында атыла. Эт кешенән ҡурҡып ҡасһа ла, аулаусылар уның эҙенә төшә. Хайуандар артабан приютҡа оҙатыла.

Өфө эргәһендәге был приюҡа ҡаланың Киров, Ленин, Дим районы һәм Жилин, Зинин менән Нуғай ауылдарынан көн һайын уртаса 10 берәҙәк эт килтерелә. Әлеге ваҡытта приютта ваҡытлыса 300-ҙән ашыу хайуан тотола. Уларға көн һайын 7 һауыт бутҡа бешерелә. Туҡ эттәр үҙҙәрен тыныс тота, тигән фекерҙә приют хеҙмәткәрҙәре.

Уҫалдарын айырым вольерҙарға ҡуйырға тырышабыҙ. Приютта тоҡомло эттәр күп, күптәр хайуандарҙы уйынсыҡ урынына уйната ла ҡыуып сығара тип әйтергә мөмкин. Улар кешеләрҙе онотмаһын өсөн йышыраҡ тышта йөрөргә тырышабыҙ.

Тамилла Мөхәмәтйәнова, берәҙәк хайуандар приютында эттәрҙе ҡарарға ярҙам итеүсе

Приютҡа эләккәндән һуң һәр эт карантин үтә. Ветеринар уларҙы стерилләй, прививка эшләй, чип ҡуя.

Шулай уҡ урам вольерҙары төҙөү ҡарала. Ул эттәрҙе ике тапҡырға күберәк аҫрарға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ уларға хужа табыу йүнәлешендә лә эш алып барыу күҙаллана

Эттәргә ваҡытлыса хужа табыу проектына ҡушылыусылар менән килешеү төҙөйәсәкбеҙ. Мәҫәлән, йәйге осорҙа баҡсаға эт кәрәк икән, беҙгә мөрәжәғәт итергә була. Килешеүҙең ваҡыты үткәс кире ҡабул итеп алабыҙ, теләһәләр үҙҙәрендә лә ҡалдыра алалар.

Яна Рудковская, берәҙәк хайуандар приюты хеҙмәткәре

Ләкин Өфөлә берәҙәк эттәр кәмемәй. Дим районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре рейд ойоштороп, хужаһыҙ эт өйөрө йыйылған урындарҙы асыҡлай. Күп фатирлы йорт подъездарында иҫкәртеүсе иғландар йәбештерә. Унда күрһәтелгән телефон буйынса берәҙәк эттәр хаҡында шылтыратып хәбәр итергә лә мөмкин.

Яҙғы каникул алдынан “Берәҙәк эт-бесәйҙәрҙе күргән осраҡта нисек эш итергә?” тигән темаға класс дәрестәре үтте. Балаларға хайуандарҙы ҡурҡытырға йәки йәберләргә ярамауы хаҡындағы ҡағиҙәләр хәтерҙәренә төшөрөлдө.

Әлфинә Килдейәрова