Өфөнөң «Евразия» агропаркында Наурыҙ байрамы уҙҙы

Көн менән төн тигеҙләшкәндә. Өфөнөң «Евразия» агропаркында Наурыҙ байрамы уҙҙы. Майҙанда төрки халыҡтарҙың милли-мәҙәни үҙәктәре күргәҙмә ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусылар ҡәрҙәш халыҡтарҙың милли йолалары, аш-һыуы менән танышты. Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина булды.

Аяҡтар яурын киңлегендә, арҡа тура. Тоҡ күтәреү ҙә техника талап итә. Сөнки уның ауырлығы - 90 килограмм. Тоҡто күтәреү һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Кемдер алты тапҡыр, кемдер хатта, ун биш тапҡыр күтәреп, үҙ көсөн күрһәтә.

Майҙанда төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштар үтә. Уҡтан атыу, таяҡ тартыу һәм башҡалар. Һыуыҡ елле көндә суҡмар ырғытыу ҡанды йүгертә. Һауа торошо һалҡын ,ел булһа ла, майҙанға кеше күп йыйылды. Кәйефтәр ҙә күтәренке.

Башҡорттар, татарҙар, үзбәктәр, дағстандар, әзербайжандар. Майҙанда төрлө төрки милләт вәкилдәре күргәҙмәләр ойошторҙо. Милли музыка ҡоралдары, кейем-һалым, йолалар - һәр береһе үҙенсәлекле. Аралашҡанда, ҡәрҙәш халыҡтар өсөн тәржемәсе лә кәрәкмәй.

Байрам төрлө милләт йыр- бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Берәүҙәр сәхнәгә тамаша ҡылһа, икенселәр оҫталарҙың ҡул эштәре менән танышып, милли аш-һыуҙан ауыҙ итте. Иң мөһиме байрам халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ куперен нығытты.

Рәзилә Ғиниәтуллина