Стәрлетамаҡта халыҡ артистары Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтарҙың бенефисы үтте

Кисә ижади ғаиләнең башҡорт театр һәм кино сәнғәтендәге 30 йыллыҡ эшмәкәрлегенә арналды. Ошо уңайҙан ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына йәнә бер өр-яңы спектакль тәҡдим ителде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһында Физәлиә менән Илһам Рәхимовтар Тәңкәбикә һәм Дәрүиш образында.

Нескә юморға ҡоролған Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында Шәмсиә менән мулла ролендә.

Әнғәм Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым» пьесаһында Физәлиә Әнүәр ҡыҙы оло йәштәге ханымды башҡарһа,

Шул спектаклдә Илһам Ринат улы силсәүит булып уйнай. «Ҡыш - буранһыҙ, йәй - ҡояшһыҙ» булмаған кеүек, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһен Физәлиә менән Илһам Рәхимовтарһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Талантлы, сәхнәгә ғашиҡ актерҙар һоҡланғыс ижади ғаилә миҙгеленең 30 йыллығына байҡау яһаны. Башҡарылған тиҫтәләрсә образдарға ҡарап, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры тарихын ғына түгел, башҡорт театр сәнғәтен дә күҙ алдына баҫтыра.

Был юлы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры репертуары йәнә бер сәхнә әҫәре менән тулыланды. Был юлы ижади коллектив төрөк драматургы Назым Хикмәттең «Онотолған әҙәм» пьесаһына мөрәжәғәт иткән. Спектаклде режиссер Олег Ханов сәхнәләштергән.

«Онотолған әҙәм» спектакленең премьераһына тамаша ҡылыусылар бер кешенең трагедияһына шаһит булды. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында яҙылыуына ҡарамаҫтан, ул бөгөнгө көн менән ауаздаш. Әҫәр кешелеклелек сифатын төплө нигеҙ итеп алған. Физәлиә менән Илһам Рәхимовтар илһамланып йәшәй, ижад итә. Уларҙың сәхнәләге һөйөүе лә, тормоштары ла башҡалар күңелен сафландырырлыҡ көскә эйә.

Азат Ғәлиуллин